Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») ярашлы ойошторолдо. Йыйында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов, республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина, Ғафури районының бизнес-шәрифе Артур Ғафаров, муниципаль берекмәнең эшҡыуарҙары ҡатнашты. Алиса Ғибәҙуллина билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡ районда барыһынан элек сауҙала, ауыл һәм урман хужалыҡтарында, эшкәртеү сәнәғәтендә үҫешә. Районда 582 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда был 2,6 процентҡа күберәк. Быйылғы ете айҙа 27 “эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелгән, уларҙа 41 проект ҡаралған. Ошо уҡ осорҙа алты эшҡыуарлыҡ берәмегенә Төбәк гарантия ойошмаһынан 44,6 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Райондың социаль-иҡтисади тормошонда әүҙем ҡатнашҡан эшҡыуарҙарға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты, почет грамоталары, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды. Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайты.