14 сентябрҙән 17-нә тиклем Өфөлә «Әйҙә уйнайыҡ» Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙа. Тейешле указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Фестиваль фән, мәғариф, сәнәғәт, ата-әсәләр һәм балалар йәмәғәтселеге белгестәре өсөн бала саҡтың уйын мәҙәниәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса берҙәм майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Фестивалдең төп ваҡиғаһы - Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы вәкилдәре, төп эксперттар ҡатнашлығында «Рәсәй уйын сәнәғәтәнең роле, әһәмиәте һәм үҫеш нөктәһе» темаһына пленар ултырыш. Фестиваль Өфөнөң яңыртылған Совет майҙанында иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем дауам итә. 2023 йылдың 31 авгусына тиклем эшлекле программаға теркәлергә йәки фестиваль экспоненты булырға мөмкин.