Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Башҡорт теле: Яңы ҡараш 2.0" уҡыу ҡулланмаһы донъя күрҙе

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында "Башҡорт теле: Яңы ҡараш 2.0" уҡыу ҡулланмаһы менән таныштырыуға арналған матбуғат конференцияһы үтте. "Башҡорт теле: Яңы ҡараш 2.0" уҡыу ҡулланмаһы башҡорт телен башлап өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән. Ул башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, телебеҙҙең йәмғиәттә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында яҙылған. Авторҙар уҡыу ҡулланмаһын коммуникатив, лингво-культурологик һәм педагогик хеҙмәттәшлек принциптарына таянып, тел өйрәнеүҙең заманса сараларын киң файҙаланыуҙы күҙ уңында тотоп төҙөгән. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондының генераль директоры Роман Низаметдинов был башланғыстың үҙенсәлектәре, грант бүлеү барышында эксперттарҙы нимәһе менән йәлеп итеүе, шулай уҡ БР Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарын юллау нескәлектәре тураһында һөйләне. Былтыр был йүнәлештәге 28 проект хуплау тапҡан, ә быйыл 34 башланғысҡа грант бүленгән. Проекттың етәксеһе Фәнзилә Ғәзизова әлеге башланғыстың нисек барлыҡҡа килеүе, тормошҡа ашырыуы тураһында һөйләне. - Был эшкә тотоноу теләге 2019 йылда тыуҙы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башҡорт теленә өйрәтеү буйынса курстар асҡас, махсус уҡыу әсбабының кәрәклеге асыҡланды. 2020 йылда ошоноң ише китаптың беренсе өлөшөн эшләп сығарғайныҡ. Былтыр уны тағы ла тулыландырып, икенсе өлөшөн эшләргә булдыҡ һәм маҡсатыбыҙға өлгәштек, - тип билдәләне Фәнзилә Фәнил ҡыҙы. Проектты тормошҡа ашырыуға грант “Донъя халыҡтары” мәҙәниәтте һәм телдәрҙе үҫтереү һәм яҡлау коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ҡатнашлығында яуланған. Уның етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев башланғысты тормошҡа ашырыуға, аныҡлап әйткәндә уҡыу ҡулланмаһының мобиль ҡушымтаһы булдырыуға шәхсән ҙур өлөш индергән. Матбуғат конференцияһы барышында был ҡушымта экранда күрһәтелде һәм һынап ҡаралды. Уҡыу ҡулланмаһының авторҙары Ләлә Хафиз ҡыҙы Сафина менән Рида Марс ҡыҙы Латипова эш барышы, китаптың йөкмәткеһе, бүлектәрҙең төҙөлөшө, әсбап менән ҡулланыу нескәлектәре тураһында ентекле һөйләне. Әйтергә кәрәк, улар икеһе лә – башҡорт телен уҡытыу йәһәтенән ҙур тәжрибәгә эйә уҡытыусылар. Ләлә Хафиз ҡыҙы – баш ҡаланың 21-се лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, шулай уҡ башҡорт, төрөк телдәрен, сит ил кешеләренә рус телен өйрәтеү буйынса даими курстар ойоштора, тәржемә эше менән шөғөлләнә. Рида Марс ҡыҙы – урта, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йортонда тел нескәлектәрен өйрәтеү тәжрибәһенә эйә педагог. - Был уҡыу ҡулланмаһын төҙөгәндә йәнле һөйләш алымына таяндыҡ. Диалогтарҙы ябай, еңел, һәр кем өсөн аңлайышлы итеп төҙөргә тырыштыҡ. Тел өйрәнеү – ҙур хеҙмәт, ул тырышлыҡ та, ныҡышмалылыҡ та талап итә, - тип билдәләне авторҙар. Уҡыу ҡулланмаһы 1500 дана тираж менән баҫылған. Ул башлыса уҡытыусы ярҙамында башҡорт телен өйрәнергә теләгән өлкәндәргә тәғәйенләнгән, әммә уны мәктәптәрҙә дәрестән тыш күнекмәләр барышында уҡытыусылар ҙа ҡуллана ала. Һәр үтелгән теманы мобиль ҡушымта ярҙамында үҙаллы нығытыу, ҡабатлау, үҙеңде тикшереү мөмкинлеге бар. Уҡыу ҡулланмаһы БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды аша таратыла. Әйтергә кәрәк, әле үк ҡулланмаға һорау ҙур, республика район һәм ҡалаларынан ғына түгел, сит төбәктәрҙән алдырырға теләүселәр ҙә бихисап. Автор һәм “Башинформ” агентлығы фотолары.