Йылайыр районы ветеринарҙары айыу балаһын үлемдән ҡотҡарған. Уны бөгөн иртә менән егерь күреп ҡала. Ул райондың ветеринария хеҙмәтенә шылтырата һәм Ҡашҡар менән Юлдыбай ауылдары араһында юл ситендә яралы айыу балаһы ятыуын әйтә. Яҡынса, йәнлекте машина төкөтөп киткән була. Ветхеҙмәт урынға бара һәм, ысынлап та, һелкенмәй ҙә ятҡан йәнлекте таба. Белгестәр уны урында тикшерә һәм район үҙәгенә килтерә. Унда ентекләп тағы берҙе тикшергәс, һынған урындары булмауын асыҡлай. Йылайыр районының баш ветеринар табибы Илшат Ҡарасов әйтеүенсә, айыу балаһының мейеһе һелкенгән һәм тәне йәрәхәтләнгән. Ә тейешле процедураларҙан һуң үҙенә килгәс, ул “ҡырағай” холҡон күрһәтә лә башлай: ырылдай һәм кешеләрҙән һаҡлана. Уға ауыртыуҙы баҫа торған укол яһағандар. Әлегә уны табиптар күҙәтәсәк, артабан ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Фото: "Башинформ".