Гөлнара Хәлфетдинова Әбйәлил районының Хәмит ауылында тыуған. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһын тамамлаған. Гимназия булдырған Рәми Ғарипов исемендәге премияның тәүге лауреаты (1995 й.) Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында башҡорт-ғәрәп төркөмөндә белем алған. 2000-2012 йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Тамыр" каналы мөхәррире булып эшләй, балалар өсөн байтаҡ тапшырыуҙар, фильмдар авторы, уның һүҙҙәренә яҙылған бихисап балалар йырҙарын кескәйҙәр яратып башҡара. 2012 йылдан матбуғат өлкәһенә хеҙмәт итә, әле "Ағиҙел" журналында шиғриәт бүлеге мөхәррире. Үлсәү Аҡса емеше лә, Баҡса емеше лә түгел, Йөрәк емеше ул – туған тел! Ул йәшәһен өсөн күпме ата-баба Башын һалған ергә, шуны бел! Һатып булмай уны ҙур аҡсаға, Һандыҡтарға һалып булмай һаҡлап. Ләкин була уны гел йәшәтеп Килер көндә, ҡәҙер итеп, яҡлап. Һумдар йәки мал баштары менән Иҫәпләнмәй һис тә тел баһаһы, Уның менән йә үҙеңде табаң, Намыҫыңды йәки юғалтаһың... Әсә теле, ата-баба теле – Алмастарҙан артыҡ, мең-мең карат. Туған телгә мөнәсәбәт аша Йөрәктәрҙе була үлсәп ҡарап. Әбйәлилдең талантлы ҡыҙы Гөлнара Хәлфетдинова өсөн бында тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c Ә иһә барлыҡ бәйгеселәрҙең дә шиғырҙарын бында ҡарарға: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-08-16/may-anda-sha-ir-ar-3390917 Һәм тауыш бирергә була: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c ???? Тауыш биреү 27 сентябрҙә 21:00 сәғәттә туҡтатыласаҡ. ???? Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алынасаҡ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ, ҡалған бәйгеселәр хаҡында ла уҡығыҙ, дуҫтар!