2030 йылға Башҡортостанда солоҡ балын етештереү күләмен биш тапҡырға арттырыу планлаштырыла. 21 августа республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2023 йылдың башына Башҡортостанда 1,6 мең самаһы солоҡ бал ҡорто күсе иҫәпләнеүен хәбәр итте. Был республикалағы бал ҡорто ғаиләләренең 0,5 проценты. Йылына улар 6,2 тонна самаһы бал етештерә. – Солоҡсолоҡ йолаларын һаҡлау, башҡорт бал ҡорто популяцияһын арттырыу, шулай уҡ туристик маршруттар булдырыу маҡсатында быйыл солоҡ-түмәр умартасылығына ярҙам итеү программаһы эшләй башланы, – тине Илшат Фәзрахманов. – Умартасыларға дәүләт ярҙамы саралары 2030 йылға солоҡ ҡорттары ғаиләләренең һанын өс тапҡырға – 5 меңгә, ә балды етештереүҙе биш тапҡырға – йылына 30 тоннаға тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Программаны тормошҡа ашырыуға 2023 йылда төбәк бюджетынан 20 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Был аҡсалар бал ҡорто ғаиләләре, түмәрҙәр һәм техника һатып