Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә урып йыйыу кампанияһы барышы ҡаралды. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, майҙандарҙың 54 процентында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алынған, 2 миллион тонна самаһы ашлыҡ йыйылған. Уртаса уңыш гектарынан 20 центнер тәшкил итте. – Хужалыҡтар ужым культураларын йыйыуҙы тамамланы тиерлек, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. – Иң юғары уңыш Ҡырмыҫҡалы (гектарынан 40 центнер) һәм Ауырғазы (35,3 центнер) райондарында. Дөйөм алғанда, был миҙгелдә ужым бойҙайының уңышы яҙғыһына ҡарағанда 8-10 центнерға юғарыраҡ. Аграрийҙар шулай уҡ рапс, гәрсис һәм етен кеүек иртә май культураларын йыйыуҙы тамамлай. Бынан тыш, киләһе йыл уңышы өсөн ужым культураларын сәсә башланылар. Уңыш йыйыу эштәрен тамамлау өсөн хужалыҡтарға тағы 80 мең тонна самаһы дизель яғыулығы һатып алырға кәрәк, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.