Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә 2023 йылдың беренсе ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса хеҙмәт баҙарындағы хәлде тикшерҙеләр. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле 1991 йылдан иң түбән күрһәткескә тиклем кәмегән һәм 2,3 процент тәшкил иткән. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән түбәнерәк (3,2 процент). 2023 йылдың 1 авгусына рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны артабанғы кәмеү тенденцияһы менән 13,8 мең кеше тәшкил итә. – Бында эш биреүселәр тәҡдим иткән эшкә урынлашыу варианттары арта. Әгәр йыл башына республиканың вакансиялар банкында 42,5 мең буш эш урыны булһа, бөгөн иһә уларҙың һаны 9 меңгә артҡан, – тине Юрий Мельников. Министр вазифаһын башҡарыусы һүҙҙәренсә, халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеү өсөн төбәктә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары комплексы ғәмәлгә ашырыла. Улар иҫәбендә – хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу, йәмәғәт эштәрен ойоштороу һәм