Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Байрамығыҙ менән, офицерҙар!

21 августа Рәсәй ведомстволары офицерҙары составы үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Бөгөн шулай уҡ илдең барлыҡ көс структураларының команда составын тәбрикләйҙәр. Илебеҙ офицерҙары иңенә дәүләтте, уның сиктәрен һаҡлау, гражданлыҡ оборонаһы һәм ут стихияһы менән көрәш кеүек бик яуаплы һәм мөҡәддәс бурыстар йөкмәтелгән. Тап уларҙың һөнәри оҫталығына, ҡаһарманлығына һәм тәжрибәһенә илебеҙ именлеге бәйле. Офицерҙар составы – ул Рәсәй йөҙө, абруйы һәм терәк-таянысы. ХVII быуатта, Петр I батшалыҡ иткән осорҙа, Рәсәйҙә офицер званиеһы булдырыла. Был дата дәүләт байрамы түгел, әммә, шуға ҡарамаҫтан, был көндө РФ Хәрби көстәре офицерҙарын ҡотлау йолаһы йылдан-йыл киңәйә бара. Хөрмәтле офицерҙар! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм тормошоғоҙҙоң тыныс, хәүефһеҙ, имен булыуын, ә погондарҙа яңы йондоҙҙар ҡабыныуын теләйбеҙ.