Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәгән Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы Ғәзизова – 9 бала әсәһе, хеҙмәт һәм тыл ветераны, ваҡытында “Йондоҙ” колхозының алдынғы эшсәндәренең береһе. Күптән түгел ул оло ғүмер байрамын – 95 йәшен билдәләгән. Ошо уңайҙан уны республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров та ҡотлаған. Хөрмәтле ил инәһенә ҡотлауҙы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов тапшырған. “Инәйем (әсәйем) 1947 йылда Ауырғазы районы Үтәймулла ауылынан Сәйетбабаға килен булып төшкән. Ул – Сәйетбабаның ҡырҙан төшкән берҙән-бер, иң оло килене, хөрмәтле кешеһе. Ул килен булып төшкәндәге ауыл халҡы хәҙер йәш быуынға алышынды. Тиңдәштәре лә ике-өс кеше генә ҡалды. Үҙенең туғыҙ балаһынан дүртенсе быуынына тиклем – 54 бала! Һәр береһенең исемен, тыуған көндәрен хәтерләй. Боронғоларҙы һөйләргә, һөйләшергә лә ярата. Хәтерле. Сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына. Гел изге уйҙа”, – ти юбилярҙың ҡыҙы Зөбәржәт Яҡупова (әйткәндәй, ул – беҙҙең коллега, “Аманат” журналында эшләй). Мөнирә инәйҙе юбилейы менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ! Фотолар – З.Яҡупованан.