Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әлшәйҙәр зарядкаға баҫҡан

Бөгөнгө иртә Әлшәй районы үҙәге Раевкала... зарядканан башланған! Халыҡты һаулыҡҡа иғтибар йүнәлтеүгә ылыҡтырыу, спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн бик шәп алымды тергеҙергә булғандар: асыҡ һауала “Йәшел фитнес” мәҙәни-спорт сараһы, йәғни тышта күнекмәләр яһау үткәрелә башлаған. Был яңылыҡ менән район хакимиәте социаль селтәрҙәге төркөмөндә уртаҡлашты. Идея авторҙары – Әлшәйҙең спорт һәм физкультура буйынса комитеты, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе. Тәүге зарядкала ауыр атлетика буйынса Рәсәй спорт мастерҙары Рифат Миңлеяров менән Роман Макеев йыйылыусыларға көн дә үҙҙәре эшләгән күнегеүҙәрҙе өйрәткән. Күнекмәгә төрлө өлкәлә эшләгән кешеләр, район үҙәге халҡы, йәштәр, тренерҙар һәм башҡа күптәр ҡушылған. Хәбәр ителеүенсә, иртәнге күнекмәләр Раевкалағы Совет майҙанында көн дә иртәнге сәғәт 8-ҙән 9-сы яртыға ҡәҙәр үткәреләсәк. Афарин, әлшәйҙәр! Һеҙҙең миҫал башҡаларҙы ла дәртләндерер әле! Фотолар: vk.com/02admalshei