Хөкүмәттең был аҙналағы кәңәшмәһе күңелле ваҡиға менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәтебеҙҙең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтовты 80 йәшлек юбилейы менән ҡотланы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне. Республика Башлығы дәүләт эшмәкәренең Башҡортостан үҫешенә индергән тос өлөшөн билдәләне: – 16 августа күренекле дәүләт, сәйәси эшмәкәр, 1999-2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры булып эшләгән Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтовҡа 80 йәш тулды, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Рафаэль Ибраһим улын күптән беләбеҙ, Хөкүмәттә уның уҡыусылары күп. Һеҙҙең эш осоро республика өсөн бик һөҙөмтәле һәм файҙалы булды. Хөрмәтле Рафаэль Ибраһим улы, Һеҙҙең бөтә наградаларығыҙ бар, хөрмәт йөҙөнән һеҙҙе Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләргә булдыҡ. Тәбрикләү барышында бөтә зал аяҡ өҫтө тороп ҡул сапты. Рафаэль Байдәүләтов юғары награда һәм хеҙмәтен баһалағандар өсөн рәхмәт әйтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәңәшмә ваҡытында күңел