Дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәрендә шиғырҙар бәйгеһе бара! Һәм, улар менән таныштырыуҙы башлап, һеҙгә, даланлы шағирҙарҙың береһе Рәшит Зәйнуллиндың шиғырын тәҡдим итәбеҙ! Алағуян ярын таштар биҙәй Алағуян ярын таштар биҙәй – Эреһе бар бында, вағы бар, Һыуын кисеп кенә сыҡҡаным бар, Ярҙан ярға ятҡан сағы бар. Ҡарағайҙар уны оҙатып бара, Оҙатып бара мәғрур ҡаялар, Бары бындай ҡаяларҙа ғына Бөркөт менән шоңҡар оялар. Алағуян һыуын услап эсәм, Тик барыбер ҡанмаҫ танһығым, Ҡанмаһа ла танһыҡ, бер аҙ баҫылыр Һағышланған йөрәгем ярһыуы. Алағуян яры таш тип тормай, Һайрай бында затлы ҡоштары, Тау-тау алтынға ла тыуған ерҙең Алыштырмам ябай таштарын. Рәшит Рәил улы – шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, нәшриәтсе. Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа «Аҙна» һәм «Башҡортостан» гәзиттәрендә, «Шоңҡар» журналында эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. “Хыял иле” һәм “Йәшәү көсө” йыйынтыҡтарының авторы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөрйәндең аҫыл улы Рәшит Зәйнуллинға тауышты бында бирергә була: https://vk.com/app7198399_-104965500?ref=snippet_post#poll64dca07757c133552b04cf2c Ә иһә барлыҡ бәйгеселәрҙең дә шиғырҙарын бында ҡарарға: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-08-16/may-anda-sha-ir-ar-3390917 Һәм тауыш бирергә була: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c ???? Тауыш биреү 27 августа 21:00 сәғәттә туҡтатыласаҡ. ???? Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алынасаҡ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ, ҡалған бәйгеселәр хаҡында ла уҡығыҙ, дуҫтар!