Найти тему
Башҡортостан гәзите

1 000 000 һум алыу мөмкинлегегеҙ бар

Йәшлек. Ташып торған дәрт. Ижади идеялар диңгеҙе. Янып торған күҙҙәр. Кешеләрҙең тормошон яҡшыраҡ, еңелерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеү теләге. Был юлдарҙа үҙегеҙҙе танынығыҙмы? Тимәк, түбәндәге мәғлүмәт тап һеҙҙең өсөн! “Росмолодежь” Гранттар 2 миҙгел” конкурсына ғаризалар ҡабул итеүҙе иғлан итәләр! Был һеҙҙең социаль проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1 000 000 һумға тиклем финанс ярҙамы алыу мөмкинлегегеҙ бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста 14 - 35 йәшлек Рәсәй Федерацияһы йәштәре ҡатнаша ала. Ә конкурсҡа 18 номинацияның береһендә бер проекттан торған берҙән артыҡ ғариза бирергә ярамай. Грантты тормошҡа ашырыуҙың тәҡдим ителгән ваҡыты: 01.12.2023 – 30.11.2024. Ғаризалар ҡабул итеү 24 сентябрҙә 16:00 сәғәттә тамамлана. Күберәк мәғлүмәтте https://grants.myrosmol.ru/auth/login һалтанмаһы аша үтеп белергә мөмкин. Сығанаҡ: dzen.ru/a/ZMOO6W46M3PsaNF7, vk.com/rosmolodez.grants