Робот техникаһы һәм виртуаль ысынбарлыҡ бөгөн бөтә тармаҡтарҙа ла ихтыяж менән файҙалана. Тәү сиратта, сәнәғәттә, сөнки ул яңы белем кимәленә һәм мөмкинлектәргә юлдар аса. ӨДНТУ-ла был йүнәлештәрҙе үҫтереү буйынса программалар тәүге йыл ғына ғәмәлгә ашырылмай, киләсәктә яғыулыҡ энергетикаһында һәм башҡа тармаҡтарҙа ошл технологиялар файҙаланылһын өсөн лаборатория һынауҙары, форумдар һәм дискуссиялар үткәрелә. Виртуаль ысынбарлыҡтың сиселештәрен әҙерләү һәм мобиль автономлы һәм пилотлы роботтарҙы конструкциялау хәҙер вуз-ара кампуста үткәреләсәк, ул «Өҫтөнлөк 2030» программаһының «Яңы йәшәү мөхите» стратегик проектына ярашлы Өфө үҙәгендә төҙөлә. Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбенең ике лабораторияһы – виртуаль ысынбарлыҡ һәм робот техникаһы - Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең һәм университеттың индустриаль партнер компаниялары өсөн VR-технологиялар булдырыу, сәнәғәт роботлаштырылған манипуляторҙарҙы программалау, робот техникаһы өлкәһендә ғәмәли тикшере
Виртуаль ысынбарлыҡ һәм робот техникаһы – заман талабы
21 августа 202321 авг 2023
2 мин