...Мират үҙенең буласаҡ кәләше Зәлиәне өйҙәренә таныштырырға тип алып ҡайтҡас, егеттең ата-әсәһе һәм туғандары сикһеҙ ҡыуанды. Бик яҡшы ҡатын булмаҡсы, тип уйланылар. Үҙе сибәр, уңған, етеҙ, теле-телгә йоҡмай, ғәләмәт эшлекле! Ҡыуаныстарынан барыһы ла йәштәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер ине. Туй гөрләп уҙғас, Мираттың ата-әсәһе, өләсәйҙән ҡалған фатирҙы һатып, йыйған аҡсаларын ҡушып, йәш ғаиләгә ҡала уртаһынан бына тигән фатир бүләк итеп, өй туйлап та ҡуйҙы... Зәлиәнең быға тиклем бер ҡайҙа ла эшләгәне юҡ ине. Мәсьәлә танышлыҡ арҡаһында бик еңел һәм тиҙ хәл ителде: ҡалалағы ойошмаларҙың береһендә хеҙмәт урыны табылды. Йәш кәләшкә был урын бик килеште, кейәүенең туғандарына: “Әлегә миңә барыһы ла оҡшай. Декрет ялына тиклем эшләйем дә аҙаҡ ҡарармын”, – тине. Ҡәйнәһе килененең был һүҙҙәренән хатта иреп төштө: күптән ейән-ейәнсәр хаҡында хыяллана бит ул! Ә йәш кәләшкә бында, ысынлап та, барыһы ла – эш тә, кешеләр ҙә – оҡшай ине. Бигерәк тә үҙенән байтаҡҡа олораҡ бай ирҙең уның иғт