Башҡортостан Республикаһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында Бүздәк – Дәүләкән трассаһының участкаһын яңырттылар. Уның оҙонлоғо дүрт километр тәшкил итә. Эштәр Дәүләкән районының Ивановка ауылы янында барҙы. Подрядсы иҫке япманы ҡырып ала, тигеҙләй һәм өҫкө ҡатламды яба, юл ситтәрен нығыта, юл тамғаһын һыҙа. “Бүздәк – Дәүләкән юлы республиканың терәк селтәре составына инә. Ул Дәүләкән һәм Бүздәк райондары араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Өҫтәүенә, яҡында ғына урынлашҡан Асылыкүл туристарҙы һәм ял итеүселәрҙе йәлеп итә. Ремонттан һуң бында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге күтәреләсәк”, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Эштәрҙе ваҡытынан алда тамамланылар – килешеү менән билдәләнгәнгә ҡарағанда өс ай алдан. Яҡын арала объектта ҡабул итеү комиссияһы буласаҡ, тикшереү өсөн яңы һалынған асфальт-бетон пробаларын һынау үткәреләсәк. Бынан һуң участканы файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостан Республикаһында милли проект буйынса бөтәһе 210 километрҙан ашыу юл яңыртыласаҡ. Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: ИНФОРМАВТОДОР.