РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин 2024 йылда ял көндәрен күсереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, яңы йыл каникулы 10 көнгә һуҙыла - 2023 йылдың 30 декабренән 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем. Байрамға тура килгән ял көндәре күсерелә. Ватанды һаҡлаусылар, Ҡатын-ҡыҙҙар көндәрендә, Яҙ һәм Хеҙмәт, Еңеү байрамдарында бер нисә көнлөк ял ҡаралған. 6 һәм 7 ғинуар шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә, уларҙы 10 майға һәм 31 декабргә күсерәсәктәр. Ял көндәре шәмбе 27 апрелдән 29 апрелгә, шәмбе 2 ноябрҙән 30 апрелгә, һәм шәмбе 28 декабрҙән 30 декабргә күсерелә. Алдағы яңы йыл каникулдары 2023 йылдың 30 декабренән 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итәсәк. 23-25 февралдә, 8-10 мартта, 28 апрелдән 1 майға тиклем, 9-12 майҙа, 12 июндә, 3 һәм 4 ноябрҙә, 2024 йылдың 29-31 декабрендә ял көндәре була. Шулай уҡ Башҡортостан халҡы 2024 йылда дини байрамдарға бәйле ике көн ял итәсәк. 10 апрелдә – Ураҙа, ә 16 июндә – Ҡорбан байрамы үтәсәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, республикала был көндәрҙә ял иғлан ителә. Фото: "Башинформ"
Рәсәйҙә 2024 йылға ял һәм байрам көндәре раҫланды
21 августа 202321 авг 2023
~1 мин