Һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү – сирләгәндә генә түгел, һау саҡта ла табипҡа күренеү, тигәнде аңлата. Был иһә төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында “ауыҙлыҡларға” булышлыҡ итә. Юғиһә күптәр, мәҫәлән, йөрәк ныҡлап сәнсә, тын алыуы ауырлаша, һыҙланыу көсәйә башлағас ҡына, медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә. Бына ошондай аяныс хәлдәрҙе булдырмау өсөн илебеҙҙә диспансерлаштырыу үткәрелә. Уның төп маҡсаты – йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, шәкәр диабеты, үпкә сирҙәрен ваҡытында асыҡлау һәм дауалауҙы иртә башлау. Тап ошо сирҙәр Рәсәйҙә, Башҡортостанда ғына түгел, хатта тотош донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Шулай итеп, 18 – 39 йәштәгеләргә диспансерлаштырыуҙы – өс, 40 йәштән уҙғандарға иһә йыл һайын үтергә кәрәк. Бының өсөн ҡайҙалыр эшләү талап ителмәй, бушлай үткәрелгән иҫкәртеү медицина ҡарауына һәр кем яҙыла ала. Диспансерлаштырыу ике этаптан тора. Беренсеһе – медицина тикшеренеүе, икенсеһе – диагнозды аныҡлау өсөн өҫтәмә тикшереү. Төрлө сирҙәр, шул иҫәптән яман шеш тә алдан асыҡланһа,