Башҡортостанда минераль ашламалар етештереүсе “Агрохимия” компанияһы үҙенең пилот участкаһында етештереүсәнлеген 25 процентҡа арттырған, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. Бындай һөҙөмтәгә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда” ) ярҙамында өлгәшәләр. -“Агрохимия” етештереү - коммерция фирмаһы былтыр декабрь айында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушыла. Ярты йыл эсендә предприятиеның эшсе төркөмө “Аурат” минераль реагентын фасовкалауҙа процесты оптимәлләштереү буйынса һөҙөмтәле эш башҡара. Һөҙөмтәлә, компания пилот участкаһында етештереүҙе 1,34-тән 1,67 тоннаға тиклем күбәйтте, - тиелә министрлыҡ хәбәрендә. Предпрятиеның эшсе төркөмө бер нисә тренингыла ҡатнашты. Хеҙмәткәрҙәр “Производство процестары фабрикаһында” уҡып, пилот участкаһында производство анализын индерҙе. Был иһә планды үтәүҙе контролләргә һәм тайпылыштарға ҡарата ваҡытында сара күрергә булышлыҡ итә. Башҡарылған эш