Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәхил бул, Родион!

Бөгөн иртән, 21 августа, Өфөлә «Салауат Юлаев» хоккей командаһының ваҡытһыҙ мәрхүм булған хоккейсыһы Родион Әмиров менән хушлашыу үтте. Был хаҡта клубтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Хушлашыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайында ойошторолғайны. Матәм митингыһынан һуң 11:00 сәғәттә хоккейсы менән хушлашыу тамамланды һәм матәм колоннаһы Ишембай районына юлланды. Әмировтың туғандары хәбәр итеүенсә, йәш спортсы Богдановка ауылында ерләнәсәк. Мәғлүм булыуынса, бер аҙна элек «Салауат Юлаев» хоккей клубының йәш һәм өмөтлө тәрбиәләнеүсеһе Родион Әмировтың вафат булыуын иғлан иткәйнеләр. Һуңғы йыл ярым эсендә 21 йәшлек спортсы мейе яман шешенең эҙемтәләре менән көрәшкән. Родион Әмировтың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: “Баш ДТП” төркөмө