Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт һарайына район һәм ҡала ҡатын-ҡыҙҙары «Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе» асыҡ академияһына йыйылды. Лекция өлөшөндә ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы, ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр, балалар тәрбиәләү, бизнес алып барыу тураһында көнүҙәк темалар күтәрелде. Шуныһы мөһим, зал тыңлаусылар менән шығырым тулы булды, сығыштан һуң спикерҙар оҙаҡ ваҡыт халыҡ менән аралашты, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Сарала ҡатнашыусылар өсөн мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре, психологтар һәм «Ғаилә» үҙәге белгестәре менән дәрестәр үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар файҙалы белем алыуҙан тыш, матурлыҡ салондары оҫталарынан консультация алып, ваҡыт үтеүен һиҙмәне. Бар ерҙә илһам, шатлыҡ, еңеллек атмосфераһы хөкөм һөрҙө. "Ҡатын-ҡыҙ бәхет биләмәһе”ндә алдан яҙылыу буйынса республиканың алдынғы белгестәре: гинеколог-репродуктолог, пульмонолог, ревматолог, кардиолог, гематолог, аллерголог, психолог бушлай консультациялар үткәрҙе. Балалар өсөн эндокринолог, невролог, аллерголог ,ортопед кабинеты эшләне. Баш ҡала т