Кисә Йылайыр районының Йылайыр ауылы үҙенең 275 йыллығын билдәләне. Сара сиктәрендә, район үҙәгендә оло байрам үтте. Бында төрлө күргәҙмәләр эшләне, спорт һәм мәҙәни ярыштар ойошторолдо, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары эшләне. Йылайырҙар рәхәтләнеп күңел асты, сағыу концерт ҡараны, хеҙмәт алдынғылары, ауылдың өлгөлө ғаиләләре, эшсән халҡы тәбрикләнде. Сарала төрлө ҡала һәм райондарҙан ҡунаҡтар килде. Улар араһында төрлө йылдарҙа Йылайыр район хакимиәте етәкселәрәре булған Юнир Валеев менән Илгиз Фәтҡуллин да бар ине. Уларҙың икеһе лә Йылайыр ауылының Почетлы граждандары исеменә лайыҡ. Шулай уҡ район һәм Йылайыр ауылының үҫешенә ҙур өлөш индергән Зиннур Күсәрбаев һәм Александр Коротковтарҙың иҫтәлегенә аллея асылды. Ауыл тарихына килгәндә, 1748 йылда Сембер сауҙагәрҙәре Урман Йылайыр йылғаһында Преображенск баҡыр иретеү заводын төҙөй башлай. Артабан ауылға Волга буйынан урыҫ крәҫтиәндәре күсеп килә. 1922 йылдың ноябрендә Преображенский ауылы Йылайыр кантоны үҙәгенә әйләнә. 1925 йылдың 19 ғинуарында Йылайыр кантон советының 3-сө съезында Преображенск ауылын Йылайыр ауылына үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Артабан, 1925 йылдың сентябрендә, БАССР-ҙың районлаштырыу буйынса БашЦИК административ комиссияһы ВЦИК-ҡа был ҡарарҙы раҫлау үтенесе менән мөрәжәғәт итә, әммә 1925 йылдың 8 октябрендә ҡала статусын биреүҙән баш тарталар. 1965 Йылайыр ауылы Йылайыр районының административ үҙәге булып тора. Бөгөн Йылайыр ауылында төрлө милләт халҡы татыу һәм дуҫ йәшәй. Ауылда тарихи иҫтәлекле урындар күп. Байрамың ҡотло булһын! Фото: Йылайыр район хакимиәте сайтынан.