Сара “Экология” милли проекты сиктәрендә үткән “Рәсәй һыуы” акцияһы буйынса тормошҡа ашырылды. Был турала республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итте. Сарала 50 кеше, шул иҫәптән республиканың Экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты вәкилдәре һәм Ҡыйғы районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар өс километрға яҡын ярҙы сүп-сарҙан таҙартты. Өмә йомғаҡтары буйынса 40 тоҡтан ашыу ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылған. "Башҡортостан бер нисә йыл дауамында һыу объекттары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса „Рәсәй һыуы“ Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнаша. Саралар йыл һайын бөтә республика биләмәһендә уҙғарыла», – тип өҫтәнеләр ведомствола. "Экология" милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: национальныепроекты.рф