Бөгөн иртә менән Өфөлә булған авария барыһын да тетрәндермәй ҡалдырмағандыр. Юл-транспорт ваҡиғаһында дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Өфө районындағы Көнбайыш урау юлдың 19-сы саҡрымында ҡот осҡос авария теркәлгән. Был хаҡта республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итә. Уның белдереүенсә, юлда ҡаршыға килгән «Лада Гранта» һәм «ГАЗель» йөк машиналары бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса «Лада Гранта» водителе һәм уның өс пассажиры һәләк булған. Медицина ярҙамы «ГАЗель» водителенә талап ителгән. Еңел автомобиль водителе руль артында йоҡлап киткән тип фаразлана. «Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ етәкселеге, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы баш тәфтиш идаралығының юл-транспорт ваҡиғаларын тикшереү буйынса махсус бүлеге хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Эске эштәр министрлығы эксперт-криминалистика үҙәгенең эксперт-автотехникаһы килгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», - тип яҙҙы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Фото: "Башинформ"