Билдәле шағирә, тәржемәсе, журналист Тамара Юлдашева (Искәндәриә) баҡса үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашты. Беренсе тарих “Был баҡсаға утыҙ йыл элек тәүге түтәл сәскәндә бында ҡола ялан ине. Хәҙер тотош бер ҙур ауыл. Иң тәүҙә Хисмәт ҡойо ҡаҙытты, ауылса, биҙрә менән һыу ала торған итеп. Үҙебеҙ генә түгел, бөтөн тирә - яҡ күршеләр рәхәтләнде был ҡоҙоҡтан (беҙҙә ҡойо тиҙәр). Ләкин һыу юлдары ҡайһы берҙә ҡапланамы икән ул, ҡойобоҙҙа бер заман һыу әҙәйгәндән - әҙәйә барып, тамам бөтөп ҡуйҙы. Бер тиҫтә йыллап булалыр элек, баҡса ҡарауҙы бөтөнләй тиерлек ташланыҡ... Уға тиклем биҙрә - биҙрә еләк, сейә, тоҡлап алма менән ҡыуандырған баҡсабыҙ, ни сәбәптәндер, ҡойобоҙҙан һыу китеү сәбәплеме, әллә үҙебеҙҙең иғтибарыбыҙға һыуһапмы, төҫһөҙләнеп ҡалғайны. Йорт төҙөү эштәрен башланыҡ. Ҡарайбыҙ – ҡойобоҙға һыу ҡайтты! Әлхәмдүлилләһ, көмөш кеүек саф тәмле һыу! Йортто матурлап һалып сығып, мунса йүнәтләп, ҡойобоҙҙо тағы ла тәрәнәйтеп алдыҡ. Баҡсабыҙҙа йәйге эҫенән ҡасып рәхәтләнеп йәшәп ятабыҙ. Телефон т