Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күмертауҙа тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡараны. Был мәҙәниәт учреждениегы 1998 йылда ҡаланың һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары башланғысы менән асылған. Ул Күмертау авиация предприятиеһының, “Башкируголь” берекмәһенең, “Искра” акционерҙар йәмғиәтенең һәм урындайы ТЭЦ-тың музейҙарын берләштерә. Республика етәксеһе Күмертау төҙөүселәренә, фронтовиктарға, башҡортостан тәбиғәтенә ҡағылышлы экспозицияларҙы ҡараны, шулай уҡ яңыртылған Ка-32 вертолеты өсөн ВК-2500 двиагателе ҡуйылған залда булды. Музей бинаһы эргәһендә Радий Хәбиров Күмертау хакимиәте башлығы Олег Фролов менән бергә Мәңгелек ут эргәһенә гөлләмә һалды һәм Ватанды һаҡлаусыларҙы иҫкә алды. Фото: БР Башлығы сайты.
Радий Хәбиров тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды
19 августа 202319 авг 2023
~1 мин