Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһы халҡын юбилей менән ҡотланы

Республика етәксеһе социаль объекттарҙы, күргәҙмә һәм ижади майҙансыҡтарҙы ҡараны, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы менән танышты. Күргәҙмәлә ҡаланың сәнәғәт предприятиеларының продукция өлгөләре лә ҡуйылғайны. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ҡаланың яңыртылған Никах һарайында булды. Бина 1985 йылда төҙөлгән, быйыл уға капиталь ремонт яһағандар. Муниципаль ЗАГС етәксеһе Айгөл Иҙрисова әйтеүенсә, былтыр ошонда 470-тән ашыу никах теркәлгән. Бында Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Федоровка райондарынан да килеп никах теркәйҙәр. Радий Хәбиров ҡала халҡын данлыҡлы дата менән ҡотланы һәм төрлө тармаҡтарҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Фото: БР Башлығы сайты.