Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров “Башпласт” предприятиеһында булды

2008 йылда булдырылған предприятие электр техникаһы, төҙөлөш индустрияһы, автопром һәм көнкүреш техникаһы тармаҡтары өсөн полимер әйберҙәр етештереүгә махсуслашҡан. Радий Хәбиров етештереү линияларын, әҙер продукция келәтен ҡараны, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һәм фабриканың үҫеш пландары менән ҡыҙыҡһынды. “Һуңғы йылдарҙа беҙҙең инвестиция инфараструктураны яңыртыуға, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә йүнәлтелгән”, – тине компанияның генераль директоры Василий Космынин. “Стәрлетамаҡта шундай яңы етештереү ҡеүәте үҫеүе шатлыҡлы хәл, предприятие директоры Василий Иванович Космынин – егәрле эшҡыуар һәм меценат, ҡалаға ла ярҙам итә. Хеҙмәт коллективына артабанғы уңыштар теләйем”, – тине Радий Хәбиров. Фото: БР Башлығы сайты.