1959 йылда 22 йәшлек Фәтхулла Исхаҡов кеше үлтереүҙә ғәйепләнә һәм хөкөм ителә. Йәнәһе лә, күрше ҡыҙҙарға балта менән һөжүм иткән. Дүрт ауылдашы уға төртөп күрһәтә. 15 йылға хөкөм ителеп, 13 йыл төрмәлә ултыра ул. Иреккә сыҡҡас, хөкөм ҡарарын юҡҡа сығарыу өсөн ғәҙеллек юллай башлай. Күп йылдар үткәс, уның ғәйебе булмауы асыҡлана, шаһиттар ҙа быны раҫлай, әммә Исхаҡовты һаман аҡламайҙар. 2013 йылда ысын енәйәтсе - хәҙер инде 72 йәшлек ҡарт үҙе лә ғәйебен таный. Күрәһең, выжданы ғазаплаған. Ләкин эште ҡайтанан ҡарау бик ҡатмарлы процедура икән, документтар йылдар буйы судтан-судҡа, прокуратураға йөрөй. Хөкөм ҡарары хаталы тип таныуын-таныйҙар, ләкин уны ғәмәлдән сығармайҙар. Ә Фәтхулла ағай өсөн үҙенең намыҫлы исемен ҡайтарыу бар ғүмеренең маҡсаты була. Ниһайәт, ғәҙеллек тантана итте. 50 йыл көрәшкәндән һуң, 86 йәшлек яҡташыбыҙ маҡсатына өлгәште. Рәсәй Юғары суды Фәтхулла Исхаҡовты тулыһынса аҡланы. Һәм элекке көн Өфөнөң Ленин районы судында 86 йәшлек Фәтхулла Исхаҡовтың Рәсәй Финанс министрлығына законһыҙ енәйәт эше өсөн 450 миллион һум күләмендә әхлаҡи зыянды компенсациялау тураһында дәғүәһе буйынса ултырыш үткән. Финанс министрлығы вәкиле, Исхаҡов әфәнденең эштең тәфтиш этабында үҙенең ғәйебен таныуын һәм бының менән «хәҡиҡәт урынлаштырыуға ҡамасаулауын» белдереп, судтың дәғүә талаптарын ҡәнәғәтләндереүҙән баш тартыуын һораны. Фәтхулла Исхаҡовтың вәкиле яуап биреүсенең дәлилдәрен дөрөҫ түгел тип атаны. Киләһе ултырыш 30 авгусҡа билдәләнгән. Фото: kp.ru
Нахаҡҡа 13 йыл төрмәлә ултырған яҡташыбыҙға компенсация бирмәҫкә итәләр
19 августа 202319 авг 2023
1 мин