Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова күркәм юбилейын билдәләй. Уны ошо уңайҙан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Эльвира Ринат ҡыҙын халҡыбыҙҙың милли үҙаңын үҫтереү, туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өсөн арымай-талмай хеҙмәт итеүсе, үҙ иңенә ҙур бурыстар йөкмәп, киләсәгебеҙҙе ҡурсалау юлында бик күп изге эштәр башҡарыусы тынғыһыҙ етәксе тип беләбеҙ. Уның иғтибары, ярҙамы арҡаһында күләмле проекттар тормошҡа ашырыла, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары һәм төбәктәре араһында һөҙөмтәле эшлекле, социаль-мәҙәни мөнәсәбәттәр яйға һалына. Тәжрибәле, маҡсатлы, көслө рухлы лидер булараҡ, Эльвира Ринат ҡыҙы республика етәкселеге, халҡы араһында лайыҡлы абруй, хөрмәт ҡаҙанды. Оҙаҡ йылдар дауамында республика һәм башҡорт халҡы тормошонда ыңғай үҙгәрештәр өсөн ҡыйыу пландарҙы, яңы идеяларҙы, ҡарарҙарҙы тормошҡа ашыра белгән яуаплы, фиҙакәр дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең юғары һөнәри оҫталығы, әүҙем тормош позицияһы Башҡортост