Бөгөн фестиваль майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булды. Байрамды ойоштороусылар әйтеүенсә, фестивалдең төп темаһы – сәйәхәттәр. Быйылғы яңылыҡтар: ҡыҙыҡлы туристик проекттар һайларға мөмкин булған “Туристик зона”, “Торатау” геопаркы һәм “Башҡортостан” милли паркы маршруттары, турист фирмалары, Рус география йәмғиәте, Стәрлетамаҡтың Спорт туризмы федерацияһы, өҫтәмә белем учреждениелары, балалар һәм үҫмерҙәр туризмы станцияһы. Радий Хәбиров фестиваль объекттарын ҡараны, һөнәрселәр йәрминкәһендә булды, хөрмәтле ҡунаҡтар кенәгәһендә теләктәр яҙып ҡалдырҙы: “Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле стәрлетамаҡтар! Хөрмәтле ҡунаҡтар! Стәрлетамаҡҡа һәр саҡ ҙур тойғолар менән киләм, уның өсөн шатланам. Бөгөн, барыһынан да элек, һеҙгә шундай булғанығыҙ, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, түҙемлек, алға ынтылыш өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Стәрлетамаҡ үҫә, иҡтисады үҫешә. Бында социаль инфраструктураны ла үҫтерәсәкбеҙ. Иң мөһиме, балалар үҫһен һәм бәхетле булһын. “Сауҙагәр” фестивале өсөнсө тапҡыр үткәрелә һәм республиканың иң яҡшы байрамдарының береһенә әүерелә. Бөтә стәрлетамаҡтарға ныҡлы һаулыҡ, ә Стәрлетамаҡ ҡалаһына именлек һәм алға барыу теләйем. Байрам менән!” Фото: “Башинформ”.