Найти в Дзене

Бындай йәрминкә беренсе тапҡыр үткәрелә

Баш ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр шарап йәрминкәһе ойошторола. Уның төп маҡсаттарының береһе – Рәсәйҙең шарап етештереүселәре менән таныштырыу. - Бөгөн йәрминкәлә Ҡырым, Краснодар крайы һәм Ростов өлкәһе шарап етештереүселәре ҡатнаша. Шарап продукцияһын әҙерләп һатыуға сығарыусыларҙың үҙҙәренең виноград баҡсалары бар. Әйткәндәй, был тармаҡ Рәсәйҙә әүҙем үҫешә һәм күптәр, сит ил етештереүселәре баҙарҙан киткәс, Рәсәй шарап брендарына иғтибар итә башланы, - тип белдерҙе Алексей Гусев. Шарап йәрминкәһен асҡанда сараға килгән ҡунаҡтар продукцияны тәмләп ҡарай, Рәсәй шарап етештереүселәре тарихына ҡағылышлы оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды. Бында шарап продукцияһынан тыш, тәм-том, сыр тәмләп ҡарарға һәм һатып алырға мөмкин. Йәрминкә 27 авгусҡа тиклем Өфөләге “Ҡунаҡһарай” алдында үткәрелә. Фото: trade.bashkortostan.ru