Найти в Дзене

Андрей Назаров Учалы ҡалаһы халҡын юбилей менән ҡотланы

Ҡала статусын Учалы 60 йыл элек алған һәм үҙенең барлыҡҡа килеүе менән илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн үтә кәрәкле баҡыр-колчедан рудалары ятҡылыҡтарына бурыслы. “Бында 1954 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү башланды. Дүрт йылдан тәүге тонна тауар рудаһы алынған”, – тине Андрей Назаров. – “Алда комбинатты һәм учалыларҙы яңы ҡаҙаныштар һәм рекордтар көтә ине. Биш йыл элек Яңы Учалы ятҡылығының тәүге рудаһы алынды. Таусылар һәм шахтерҙар ҡалаһының данлы тарихы дауам итә. Бөгөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты – Ватан металургияһы флагмандарының береһе. Илдәге һәр өсөнсө тонна баҡыр һәм цинктың 70 проценты – Учалынан”. Премьер-министр билдәләүенсә, иҡтисади шарттар ҡатмарлы һәм геосәйәси хәл тотороҡһоҙ булыуға ҡарамаҫтан, республика алға барыуын дауам итә, һәм учалылар ҙа был һөҙөмтәгә үҙ өлөшөн индерә. Быйыл аграр продукция етештереү сирек өлөшкә тиерлек артҡан, торлаҡ 5,4 процентҡа күберәк төҙөп тапшырылған, төбәктә 43 миллиард һумлыҡ 38 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, социаль һ

Ҡала статусын Учалы 60 йыл элек алған һәм үҙенең барлыҡҡа килеүе менән илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн үтә кәрәкле баҡыр-колчедан рудалары ятҡылыҡтарына бурыслы. “Бында 1954 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү башланды. Дүрт йылдан тәүге тонна тауар рудаһы алынған”, – тине Андрей Назаров. – “Алда комбинатты һәм учалыларҙы яңы ҡаҙаныштар һәм рекордтар көтә ине. Биш йыл элек Яңы Учалы ятҡылығының тәүге рудаһы алынды. Таусылар һәм шахтерҙар ҡалаһының данлы тарихы дауам итә. Бөгөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты – Ватан металургияһы флагмандарының береһе. Илдәге һәр өсөнсө тонна баҡыр һәм цинктың 70 проценты – Учалынан”. Премьер-министр билдәләүенсә, иҡтисади шарттар ҡатмарлы һәм геосәйәси хәл тотороҡһоҙ булыуға ҡарамаҫтан, республика алға барыуын дауам итә, һәм учалылар ҙа был һөҙөмтәгә үҙ өлөшөн индерә. Быйыл аграр продукция етештереү сирек өлөшкә тиерлек артҡан, торлаҡ 5,4 процентҡа күберәк төҙөп тапшырылған, төбәктә 43 миллиард һумлыҡ 38 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, социаль һәм инженерлыҡ структураһы әүҙем үҫешә. “Беҙҙең меңдәрсә яугирҙәр донъяны нацизмдан ҡурсалай, махсус хәрби операцияла Ватанды яҡлап алыша, улар араһында Учалынан мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр ҙә бар. Барыбыҙ ҙа улар өсөн хәстәрлектә йәшәйбеҙ, ярҙам итәбеҙ”, – тине Андрей Назаров. Премьер-министр учалыларҙы яҡынлашып килгән Шахтерҙар көнө менән дә ҡотланы. “Бөгөн Учалыла 3,5 мең шахтер, таусы, проходчик, шартлатыусы һәм маркшейдер тыуған төбәктең сәнәғәт нигеҙен нығытыуға үҙ өлөшөн индерә”, – тине Андрей Назаров. Премьер-министр шулай уҡ дәүләт наградалары ла тапшырҙы. Фото: БР Хөкүмәте сайты.