Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хәйбулла районының Юлдыбай - Аҡъяр - Сара юлындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Мәғлүм булыуынса, 33 йәшлек водитель "ВАЗ-2107" автомобилендә "Уҙыу тыйыла" билдәһен ҡуйылған юл участкаһында ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм "Лада Калина" автомобиленә бәрелә. Һөҙөмтәлә үҙен дә, үҙ һыҙатының хәрәкәт иткән 49 йәшлек водителде лә һәләк итә. "Лада Калина"лағы өс пассажир дауаханаға оҙатылған, шул иҫәптән бер йәшлек бала. Икенсе автомобилдәге 60 йәшлек пассажир ҙа зыян күргән. Хөрмәтле водителдәр, тыйылған урындарҙа ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ! Фото: скриншот.