Найти тему
Башҡортостан гәзите

Андрей Назаров Учалылағы “Техноплекс” заводында булды

Предприятие түбә ябыуы һәм гидроизоляция материалдары, полимер-битум йәбештергестәре, герметиктар, мастика эшләүҙә махсуслашҡан. Заводтың продукцияһын һәр саҡ сифатлы тип беләләр. Икенсе линия быйыл августа ғына сафҡа инде һәм продукция етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеген бирә. Етештереү майҙансығының ҡеүәте – йылына 350 мең кубометр. Түбә ябыуы гранулалары заводы төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа проблема бар – майҙансыҡты киңәйтеү урынында йәшел урман үҫә. Уның сиктәрен “Рослесхоз” менән килешеп кенә үҙгәртергә мөмкин. “Компанияға тейешле проект документацияһын эшләргә кәрәк, Урман хужалығы министрлығы хәлде контролгә алһын, үҙ-ара килешеү һәм документтар ҡабул итеү ваҡытын кәметһен. Был эш тамамланғас, мәсьәләне “Ивестсәғәт”тә ҡарарбыҙ”, – тине Андрей Назаров. Фото: БР Хөкүмәте сайты.