Ысынлап та, быйылғы йәйҙә был үҫмерҙәргә ни булған? Береһе ҡот осҡос фажиғә яһай, бәғзеләре аварияға осрай, хәҙер килеп икәүһе урамда иҫен юйып ҡолаған. Кисә Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына 15 һәм 16 йәшлек ике үҫмерҙе килтергәндәр. Иртәнге сәғәт 6-ла уларҙы урамда иҫһеҙ ятҡан килеш үтеп барыусылар тапҡан. «Яҡынса диагноз – билдәһеҙ матдә менән ағыуланыу. Балалар реанимацияға оҙатылған. Улар әле лә аңына килмәгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ағыуланыу сәбәбе асыҡланасаҡ», - тип белдергән дауахананың баш табибы Борис Шәрипов. Баш табип әйтеүенсә, һуңғы ике аҙнала, шулай уҡ йыл башында ошондай осраҡтар теркәлгән булған. Балаларҙың ҡанында миорелаксант (рецептура препараты) табылған. Ата-әсәләр балаларығыҙҙың яҙмышына битараф булмағыҙ, аҙағы үкенесле булмаһын. Фото: "Башинформ"