Бөгөн Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Мөхәммәтсәлим» мәсетен асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул 2012 йылда төҙөлә башлаған. Мәҙәни комплексты төҙөү инициаторы - шәхси эшҡыуар Салауат Яппаров. Комплексҡа мәсет һәм мәҙрәсәнең уҡыу корпусы ғына түгел, автомобилдәр ҡуйыу урыны, тотош парк, һабантуй һәм күмәк күңел асыу өсөн майҙан, ситтән килеүселәр өсөн йорт (ҡунаҡхана кеүек), кафе инә. Стәрлетамаҡ халҡын мәсет асылыу менән Башҡортостан Башлығы ҡотланы. Радий Хәбиров мәсетте ҡараны. Бында мөнбәр сағыу биҙәктәр менән биҙәлгән. Балкон да байрамса матур килеп сыҡҡан. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы имам-мөхтәсибе Ришат Рафиҡов әйтеүенсә, «Мөхәммәтсәлим» мәсетенә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар залдарына урамдан айырым инәһең. Иман йортоноң+ ике залы һәм балконы менән бергә дөйөм һыйҙырышлығы 500-700 кеше тәшкил итәсәк. Ғибәҙәтхана алдындағы майҙан күп кимәлле терраса рәүешендә эшләнгән. Бында быуаға төшкән урында ҙур булмаған парк төҙөлә. Төнгө иллюминация ҡаралған. «Мең дә бер кисә» әкиәте стилендәге балалар ҡаласығын балалар яратып өлгөргән дә инде. Меценаттарҙың береһе, «Риком» компаниялар төркөмө етәксеһе Ринат Райманов билдәләүенсә, эшҡыуарҙарҙан алып ҙур булмаған пенсияһынан өлөш сығарған ябай халыҡ төҙөлөшкә ярҙам итмәһә, бындай иман йорто булмаҫ та ине. Фото: Олег Яровиков.