Кисә төшкөһөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Благовещен ҡалаһының Тынсылыҡ урамындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Фажиғә урынына янғын һүндереүселәр һәм экстрен хеҙмәттәр вәкилдәре барған. Төкәтмәһе булған, бүрәнәнән һалынған йортта ут 12 квадрат метр майҙанда “ҡыҙыл әтәс” ауыҙлыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын менән ир мәйеттәре табылған. Урында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Ут менән һаҡ ҡыланһағыҙ ине, дуҫтар. Уның менән һаҡһыҙ ҡыланыу фажиғә сәбәпсеһенә әйләнергә мөмкин. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.