Учалы ҡалаһында сноуборд менән йыл әйләнәһенә шөғөлләнеү өсөн база булдырыла. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) сиктәрендә төҙөйҙәр. База өсөн тау трассаһына ярашлы махсус япмалар һатып алынасаҡ. Рәсәйҙә әлегә ошондай ике генә база бар – Мәскәүҙә һәм Новосибирскиҙа. Грантты алыусы – Учалының “Родео” тау саңғыһы паркы етәксеһе Оскар Аверьянов. Универсаль трасса йыл аҙағына әҙер булырға тейеш. Бында илдең башҡа төбәктәренән дә спортсыларҙы ҡабул итә аласаҡтар. Фото: “Башинформ”.