Ғафури районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү эше яҡшы ойошторолған. “Беҙгә яугирҙәребеҙҙең яҡындары һәм туғандары үҙҙәрен яңғыҙ итеп тоймауы, проблемалары менән яңғыҙ ҡалмауы бик мөһим. Хәл итмәҫлек мәсьәләләр булмай, шуға күрә һалдаттарыбыҙҙың ғаиләләренә даими ярҙам күрһәтәбеҙ”, - тип хәбәр итә Ғафури районының ирекмәндәр штабы. Ошо көндәрҙә Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте әлеге ваҡытта хәрби әҙерлек үҙәгендә булған яугирҙең ғаиләһенә утын килтереүҙе ойошторған. Н.А. Мәжитов исемендәге башҡорт гимназияһы ирекмәндәре һәм Красноусол ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре яугир ғаиләләренә утын ярып, уны ташып биргән. Был изгелек акцияһында йәш быуындың ҡатнашыуы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Фото: vk.com/public221924923