Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Улдары яуҙа булған әсәләргә бүләк яһағандар

Бөгөн республиканың һәр ауыл-ҡалаһында улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәләр күп. Уларҙың һәр береһе төн йоҡоларын ҡалдырып, улдарының имен-һау ҡайтып инеүҙәре өсөн доға ҡыла, изге теләктәр теләй. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре кеүек әсәләр менән аралашып, һәр саҡ бер-береһенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә, бер уйҙа һәм бер теләктә ҡала. Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияға киткән егеттәрҙең әсәләре берләшеп, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барырға, Бөрйән районының матур тәбиғәте менән танышып ҡайтырға теләк белдергән. Әсәләрҙең береһе был һорау менән район башлығы Рөстәм Шәриповҡа мөрәжәғәт иткәс, Бөрйән районына сәйәхәтте район етәкселеге шунда уҡ хуплаған һәм ярҙам күрһәткән. Яугир әсәләре бер көнгә булһа ла хозур тәбиғәтле Бөрйән еренә сәфәр ҡылған, Ағиҙелдә һыу ингән, Шүлгәнташ мәмерйәһендә булған. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.