Бөгөн Белоретта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының күсмә кәңәшмәһе булды. Унда 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына йомғаҡтар яһалды. Сара барышында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағының төп мәсьәләләрен билдәләне. Сарала министр урынбаҫарҙары, Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, баш табиптар һәм медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сара бүләкләү тантанаһынан башланды. Мәҫәлән, Асҡар үҙәк район дауаханаһының паллиатив медицина ярҙамы бүлексәһе мөдире – дөйөм практика табибы Хәлиҙә Ғәйфуллина, Бөрйән үҙәк район дауаханаһы фельдшеры Гөлназ Вахитова, Белорет үҙәк район дауаханаһы табип-стоматологы Роберт Әхмәтйәнов “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” түшкә таға торған билдәһе менән наградланды. - 2023 йылға демография өлкәһендә төп маҡсатыбыҙ – көтөлгән ғүмер оҙайлығының йылдам үҫешен тәьмин итеү. Бының өсөн халыҡ үлемен ҡыҫҡартыуға өлгәшергә тейешбеҙ. Дауалау, иҫкәртеү саралар