Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беренсе класҡа барырға тейеш булған...

Был ҡурҡыныс авария тураһында алдан хәбәр иткән инек: Нуриман районында юлда “Шакман” йөк машинаһы түңкәрелеп атай менән уның бәләкәй улы һәләк булғайны. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы уларҙың кемлеген асыҡлаған. Һәләк булған ир Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында йәшәгән. Ул йөк ташыу тармағында эшләгән, ә улын үҙе менән сираттағы рейсҡа алған. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, уға улын ҡалдырыр урын булмаған. Шуныһы аяныслы, ете йәшлек малай быйыл беренсе класҡа барырға тейеш булған. “Руслан менән уның улы бик йәл. Ай Аллам, яҡын кешеләрҙе юғалтыуы шул тиклем ауыр шул. Юлиана һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам”, – тип яҙа яҡындары. Бөгөн атай менән улды ерләгәндәр. Хоҡуҡ һаҡсылары авария сәбәптәрен асыҡлай. Беҙ ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ. Фото: КП-Өфө.