Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә бизнес өсөн ер-мөлкәт мәсьәләләре буйынса конференция үтте

30 августа Өфөлә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу өсөн ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләренә арналған конференция үтте. Сара “Минең бизнесым” проекты сиктәрендә үтте. Конференцияла Башҡортостан Республикаһының төрлө муниципаль берәмектәренән 150-нән ашыу эшҡыуар ҡатнашты. Спикерҙар булып дәүләт һәм муниципаль власть органдары, эшлекле һәм адвокат берләшмәһе вәкилдәре, БР эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиленең йәмәғәт ярҙамсылары һәм эксперттары сығыш яһаны. Сара сиктәрендә өс тематик секция ойошторолдо. “Бизнес өсөн күсемһеҙ милек (ер) әйләнеше өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр” секцияһының модераторы булып Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова сығыш яһаны. Уның эшендә БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрының беренсе урынбаҫары Дмитрий Суслин, Росреестрҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Марат Мирзаянов, “Роскадастр” ППК-ның БР буйынса филиалы директоры урынбаҫары Андрей Пантелеев, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса вәкил эксперттары ҡатнашты.