Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һөйөклөһөн инвалид яһаған

Был сәйер хәл Кушнаренко районында була. Ул турала “Маш” телеграм-каналы хәбәр итә. Вилен менән Алина бергә йәшәгән. Бер көндө егет дуҫтары менән йөрөргә тип сығып киткән һәм байтаҡҡа юғалып торған. Шул сәбәпле икәү араһында ыҙғыш сыға. Алина тәҙрә янында баҫып торған килеш өйҙәшен әрләй башлай. Быға йәне көйгән ир арттан килә лә уның муйынынан һыға. Ҡыҙ шунда уҡ йығылып китә – уның аяҡтарын фалиж һуға. Вилен ҡыҙҙы халыҡ табибына алып бара, тик уныһы ҡабул итмәй: имеш, уның хеҙмәттәренә можтажлыҡ ҙур һәм яҙылыу ике йыл алға тулған. Аптырағас, егет һөйгәнен дауаханаға алып бара. Һөҙөмтәлә ҡыҙ инвалид булып ҡала һәм атлай алмай. Вилен иһә Алина был турала хоҡуҡ һаҡсыларына өндәшмәһен өсөн уны ҡарарға, янында булырға һәм тәьмин итергә һүҙ бирә. Йыл ярым буйы фалиж һуҡҡан ҡыҙ менән бергә була, эш хаҡының бер өлөшөн бирә һәм ярҙам итә. Тик яңыраҡ Вилен икенсе ҡыҙға ғашиҡ була, быны белгән Алина уны өйҙән ҡыуып сығара һәм полицияға барып ғариза яҙа. Бына һиңә мөхәббәт! Әйткәндәй, хоҡуҡ һаҡсылары тикшереүҙән һуң Виленды дүрт йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итә. Фото: dailystorm.ru