Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Батыр яугирҙе иҫкә алдылар

Әбйәлил районының Атауҙы ауылында яңыраҡ махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Филүс Ҡаһарманов иҫтәлегенә футбол буйынса район ярышы үтте. Сараны батыр егеттең ауылдашы Тәлғәт Ишбулатов ойошторҙо. Ярышта ете команда – Әлмөхәмәттән “Аҡбуҙат”, Ишбулдынан “Ахай”, Атауҙынан “Аманат” (ололар) һәм “Уют” (йәштәр), Асҡарҙан “Гуд-Сервис”, “Ирәндек” лагеры вожатыйҙары һәм Ишҡол ауылы спортсылары ҡатнашты. Ярыштың бағыусыһы - Филүстең атаһы Зөлфәр Ҡаһарманов аҡсалата приздар әҙерләгән. Беренсе урын яулаған командаға 30 мең һум, икенсегә - 20 мең һум һәм өсөнсө урынға 10 мең һумлыҡ бүләк тапшырылды. Бынан тыш, улының яҡты иҫтәлегенә бағышлап үткәрелгән ярышта Зөлфәр Мозафар улы “Аманат” командаһы футболсылары өсөн формалар тектереүгә 30 мең һум аҡса тапшырҙы. Батыр үлһә лә, уның даны мәңгелек. Яугир егеттәребеҙҙең рухтары шат булһын! Фото һәм текст сығанағы: "Осҡон" гәзите.