Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мәсьәләләр хәл ителә

2023 йылдың тәүге яртыһында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә килгән мөрәжәғәттәрен ҡарау тураһында МӘҒЛҮМӘТ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә граждандар һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эште ойоштороу Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандар һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эш (артабан – граждандар мөрәжәғәттәре, Аппарат) "Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында"ғы Федераль законға, "Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте регламентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эш башҡарыу буйынса ҡулланмаға ярашлы алып барыла. Граждандар өсөн уларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһындағы кәрәкле мәғлүмәт Интернет селтәрендәге (http:/www.pravitelstvorb.ru) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми порталында урынлаштырылған (артабан – Хөкүмәт). Граждандар Башҡортостан Республикаһы дәүл

2023 йылдың тәүге яртыһында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә килгән мөрәжәғәттәрен ҡарау тураһында МӘҒЛҮМӘТ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә граждандар һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эште ойоштороу Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандар һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эш (артабан – граждандар мөрәжәғәттәре, Аппарат) "Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында"ғы Федераль законға, "Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте регламентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эш башҡарыу буйынса ҡулланмаға ярашлы алып барыла. Граждандар өсөн уларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһындағы кәрәкле мәғлүмәт Интернет селтәрендәге (http:/www.pravitelstvorb.ru) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми порталында урынлаштырылған (артабан – Хөкүмәт). Граждандар Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графигы, Хөкүмәт регламенты, граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙе анализлау, контакт реквизиттары, шулай уҡ Хөкүмәттең Интернет-мөрәжәғәт формаһы менән таныша ала. Граждандар мөрәжәғәте статистикаһы Отчет осоронда Хөкүмәткә 5427 мөрәжәғәт килгән, улар мөрәжәғәттәрҙә ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү компетенцияһы буйынса ебәрелгән: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенән – 863 мөрәжәғәт; Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенән – 2115 мөрәжәғәт; Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан – 76 мөрәжәғәт; Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратынан – 258 мөрәжәғәт; Граждандарҙан һәм ойошмаларҙан – 2415 мөрәжәғәт. Бынан тыш, дәүләт власы органдарынан граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре буйынса 344 мәғлүмәт һорауы килгән. Мөрәжәғәттәрҙең төп темаһы 2023 йылдың тәүге яртыһында килгән мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һанынан (5427) авторҙар 6212 һорау биргән, уларҙың: 1930 һорауы (31,1 процент) иҡтисад өлкәһенә ҡарай; 1443 һорау (23,2 процент) социаль өлкәгә; 1190 һорау (19,2 процент) торлаҡ-коммуналь өлкәгә; 1073 һорау (17,3 процент) дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәт өлкәһенә; 576 һорау (9,3 процент) оборона, хәүефһеҙлек һәм законлылыҡ өлкәһенә ҡарай. Башҡортостан Республикаһы халҡы түбәндәге йүнәлештәр буйынса йышыраҡ һорау бирә: торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү һәм авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү; күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау, идарасы компанияларҙың тейешенсә эшләмәүе, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр (шул иҫәптән дөйөм йорт ихтыяждары өсөн) менән риза булмау, дөйөм мөлкәтте тейешенсә ҡарап тотмау, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе тейешле сифатта ебәрмәү; дауалау һәм медицина ярҙамы күрһәтеү, дарыуҙар менән тәьмин итеү; һыу менән тәьмин итеүҙә, электр менән тәьмин итеүҙә, газ менән тәьмин итеүҙә һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр, һыу менән тәьмин итеү системаларын ремонтлау һәм яңы һыу үткәргестәр төҙөү; юлдарҙы төҙөү һәм реконструкциялау; мобилизация, хәрби хеҙмәт үтеү, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе аҡсалата тәьмин итеү, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына түләүҙәр һәм ярҙам күрһәтеү; ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, сүп-сар сығарыу, сүплектәр; халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү: граждандарҙың өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыуы, өлөшләтә төҙөлөш өлкәһендә дәүләт контроле һәм күҙәтеүе; ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү, йорт яны биләмәһен йәшелләндереү, балалар майҙансығын урынлаштырыу йәки алып ташланған майҙансыҡты тергеҙеү; дәүләт ер күҙәтеүе, ер бәхәстәрен һәм мәсьәләләрен ҡарау; тирә-яҡ мөхитте бысратыу, экологик хәүефһеҙлек; хайуандарға ҡарата кешелекле мөнәсәбәт; балалары булған граждандарға пособие түләүҙән баш тартыу йәки ошо түләүҙәр буйынса ғаризаны оҙаҡ ҡарау. Мөрәжәғәттәрҙең территориаль структураһын өйрәнеү уларҙың дөйөм һанынан төп ағым Өфө ҡалаһы халҡынан (2013 мөрәжәғәт), Стәрлетамаҡтан (325), Нефтекаманан (124), Салауаттан (109), Октябрьскийҙан (88), шулай уҡ Өфө районынан (202 мөрәжәғәт), Мәләүездән ( 117), Белореттан (97), Иглиндан (96), Ишембайҙан (90), Стәрлетамаҡтан (70), Туймазынан (64), Благовещендан (60), Шишмә районынан (55) килеүен күрһәтә. Граждандарҙы шәхси ҡабул итеү тураһында Граждандарҙың телдән һәм яҙма мөрәжәғәттәре менән эште тейешле ойоштороу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән Интернет селтәрендәге (http:/www.pravitelstvorb.ru) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми порталында ағымдағы йылға республика башҡарма власть органдары етәкселәренең граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы урынлаштырылған. Отчет осоронда Хөкүмәттең вазифалы кешеләре 36 ҡабул итеү үткәргән, унда 59 кеше ҡабул ителгән. Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәре 55 күсмә ҡабул итеү ойошторған һәм үткәргән, унда 225 кеше ҡабул ителгән. Фото: iiv.uz