Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Беренселәр хәрәкәте”нең өсөнсө төбәк сменаһы ябылды

Сменаны ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһының «Беренселәр хәрәкәте» дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе тора. Уның маҡсаты: хәрәкәттең иң әүҙем ҡатнашыусыларын асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, үҫмерҙәр араһында хәрәкәттең миссияһын һәм ҡиммәттәрен популярлаштырыу. Күпселек балалар тәүгә хәрәкәт эшмәкәрлегенең йөкмәткеһе менән яҡындан танышты, үҙен һәм команданы үҫтереү өҫтөндә эшләне. Сменала республиканың 63 муниципаль берәмегенән 11 йәштән 17 йәшкә тиклемге 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Программа барышында төрлө эшмәкәрлек өлкәләре спикерҙары төрлө эш йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар үткәрҙе. Улар араһында БР "Беренселәр хәрәкәте" Советы рәйесе Рәнис Хәсәнов, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Светлана Туразянова, БР буйынса ДОСААФ етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Мануйлина, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Юлдаш» радиоһының өлкән мөхәррире, блогер Илнур Рамаҙанов бар ине. Был смена ҡатнашыусылар араһында үҙидара программаһы үҙенсә

Сменаны ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһының «Беренселәр хәрәкәте» дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе тора. Уның маҡсаты: хәрәкәттең иң әүҙем ҡатнашыусыларын асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, үҫмерҙәр араһында хәрәкәттең миссияһын һәм ҡиммәттәрен популярлаштырыу. Күпселек балалар тәүгә хәрәкәт эшмәкәрлегенең йөкмәткеһе менән яҡындан танышты, үҙен һәм команданы үҫтереү өҫтөндә эшләне. Сменала республиканың 63 муниципаль берәмегенән 11 йәштән 17 йәшкә тиклемге 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Программа барышында төрлө эшмәкәрлек өлкәләре спикерҙары төрлө эш йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар үткәрҙе. Улар араһында БР "Беренселәр хәрәкәте" Советы рәйесе Рәнис Хәсәнов, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Светлана Туразянова, БР буйынса ДОСААФ етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Мануйлина, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Юлдаш» радиоһының өлкән мөхәррире, блогер Илнур Рамаҙанов бар ине. Был смена ҡатнашыусылар араһында үҙидара программаһы үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Балаларҙың инициативалы төркөмө үҙаллы саралар үткәрҙе, көндәлек йыйылыштар ойошторҙо, фекер алышты, отряд хоҡуҡтарын яҡланы. "Беренселәр хәрәкәте”нең төбәк бүлексәһе балалар өсөн үҙҙәрен күрһәтеү, яңы бәйләнештәр булдырыу, командала эшләргә өйрәнеү буйынса бик яҡшы мөмкинлектәр асты. Смена барышында уҡыусылар хәрәкәт йүнәлештәре менән танышып ҡына ҡалмай, ҡайһы өлкәлә үҫеш алырға теләүҙәрен дә аңлай алды. Улар республиканың бөтә төбәгенән активистар менән танышты һәм тәжрибә уртаҡлашты", - тине Башҡортостан Республикаһы Башлығының балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, төбәк бүлексәһе Советы рәйесе Рәнис Хәсәнов. Был смена ҡатнашыусыларҙы артабан хәрәкәт эшмәкәрлегенә йәлеп итең өсөн башланғыс нөктә буласаҡ: үҫмерҙәр үҙ маҡсаттарын билдәләй һәм артабанғы ғәмәлдәр планын төҙөй, берлектәге проекттар әҙерләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 июндән 26-ына, 31 июлдән 6 авгусҡа тиклем, 23-29 августа йәйге һауыҡтырыу кампанияһы сиктәрендә ойошторолған “Беренселәр хәрәкәте”ндә 63 муниципаль берәмектән 450 бала ҡатнашты. Тәүге смена - Стәрлебаш районының «Орленок» балалар һауыҡтырыу лагерында, артабанғы ике смена Мәләүез районының «Дуҫлыҡ» балалар спорт-һауыҡтырыу комплексында үтте. Белешмә: Балалар һәм йәштәр өсөн “Беренселәр хәрәкәте” 2022 йылдың 14 июлендәге 261-се Федераль законға ярашлы булдырылған. Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе 2022 йылдың декабренән эшләй. Бөгөн республикала 1257 беренсел бүлексә асылған. Башланғыс бүлексәләр асылғанда өс меңдән ашыу ҡатнашыусы торһа, хәҙер сайт ҡулланыусылары булып 12 меңдән ашыу үҫмер иҫәпләнә. Ике меңдән ашыу ҡатнашыусы будьвдвижение.рф платформаһында теркәлгән. 2022 йылдың декабренән “Беренселәр хәрәкәте” төбәк буйынса төрлө эшмәкәрлек алып бара, Башҡортостан Республикаһы буйынса беренсел бүлексәләр аса, стратегик сессиялар, «Класс сәғәттәре» һәм башҡа төрлө саралар ойоштора. Фотолар: https://disk.yandex.ru/d/d05VuNX_fJ1VMA