Һалым ҡайтармаһы ярҙамында Башҡортостан студенттары уҡыу өсөн түләнгән аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Ниндәй бүлектә уҡыу мөһим түгел.Иғтибар итегеҙ, былары мөһим:Һалым ҡайтармаһы алыу өсөн студентҡа параллель рәүештә рәсми рәүештә эшләргә һәм һалым түләргә кәрәк.Һалым ҡайтармаһын уҡыу өсөн түләгәндән һуң киләһе йылға алырға була.Белем биреү учреждениеһы лицензиялы булырға тейеш.Бөтә түләү документтары һәм килешеү һалым түләүсенең исемендә булырға тейеш.Студенттар һалым ҡайтармаһын Федераль һалым хеҙмәте сайтында йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә, шулай уҡ һалым инспекцияһында йәки Күп функциялы үҙәктә шәхсән юллай ала.Аҡсаны үҙеңдең уҡыуың өсөн генә түгел, баланың, ҡусты йәки һеңленең, тәрбиәгә алынған кешенең уҡыуына түләгән осраҡта ла кире ҡайтарырға мөмкин. Балалар баҡсаһымы, юғары уҡыу йорто, автомәктәп йәки сит тел курстарымы ул - иң мөһиме, учреждениеның лицензияһы булырға тейеш. Эшләп йөрөгән һәм һалым түләгән һәр Рәсәй гражданы:→ 24 йәшкәсә бер йәки бер нисә балаһының көндөҙгө б